gallery/f1474df37bd47291eab1f7b63f36a805_96x91

МӘСЕТ НУРЛЫ

МӘСЕТ ТӨҘӨҮ "НУРЛЫ" ИШЕМБАЙ ҠАЛА

       Аллаһ Тәғәләәгә хәмдү-ҫәнәләребеҙҙе еткерәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат шәрифтәребеҙ булһын. Расулуллаһ ғәләйһи үә сәлләм әйткән:

قال رسول الله صلى الله عليه وسلم :(من بنى لله مسجدا بنى الله له بيتا في الجنة ) متفق عليه

                 

        «Донъялыҡта кем мәсет төҙөһә, Әхирәттә уға Аллаһ Тәғәлә быға ҡарағанда ла яҡшыраҡ йорт төҙөй».

Икенсе хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм:

قال صلى الله عليه وسلم ( من بنى لله مسجدا ولو كمفحص قطاة بنى الله له بيتا في الجنة ) رواه البزار وابن حبان في صحيحه

 

         “Кем ҡош ояһындай булһа ла, мәсет төҙөһә, Әхирәттә уға Аллаһ йорт төҙөр”,- тигән. Йәғни мәсет төҙөүҙә кес кенә ярҙам да онотолмаясаҡ. Был ғәмәл арҡылы мосолмандар йәһәннәмдән ҡотолор.

         

          Бәлки ожмаһҡа кереүебеҙҙең сәбәбе – ошо мәсеткә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүбеҙ булыр. Бындай форсатты ҡулланып ҡалайыҡ мөхтәрәм йәмәғәт. Ишембайҙа төҙөләсәк “Нурлы” мәсетегә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек. Кем аҡса менән, кем ҡул көсө менән, кем төҙөлөш материалдары менән... Һеҙҙең ярҙамдарығыҙ онотолмаясаҡ. Был мәсет халҡыбыҙҙың күрке булыр. Динебеҙҙе халыҡҡа еткерергә, берләштерергә, тағы ла тәрбиәлерәк булырға этәргес булыр ин шә Аллаһ.

         

         Ҡиәмәттә Аллаһ Тәғәләнән ауаз ишетелер: “Эй Минең күршеләрем! Торғоҙ”. Кешеләр аптырап: “Аллаһтың күршеләре булырмы икән,”- тип һорарҙар. Аллаһ Тәғәлә әйтер: “Бар, улар мәсет төҙөүселәр. Ошолар Минең күршеләрем”. Шул ваҡытта улар торор ҙа, ожмаһҡа хисапһыҙ керетелер. Сөнки мәсеттәр – Аллаһ йорттары, уларҙы төҙөүсегә Ул Үҙе ожмаһта йорт төҙөп, күрше ҡылған. Мәсет төҙөүгә ҡатнашып, ошо дәрәжәләргә ирешәйек мөхтәрәм мосолмандар!

 

 

Случайная фраза


АЯТ КӨНӨ